Среда, 08.05.2024, 23:29
Приветствую Вас Гость | RSS

МБОУ СОШ им. Исхакова А.С. с. Уральск МР Учалинский район РБ

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 88
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


06:10
Халыҡ-ара туған тел байрамы

2023 йылдың 21 февралендә Учалы районының Алмас Сәлим улы Исхаков исемендәге Уральск урта мәктәбендә шаулап-гөрләп Халыҡ-ара туған тел байрамы үтеп китте, бөтә синыф уҡыусылары ла, уҡытыусылар ҙа дәррәү ҡатнашты.
Байрамға Учалы районының һәм ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусылары йыйылды. Килгән ҡунаҡтарҙы мәктәп фойеһында ҡаршы алдыҡ. Иң элек ҡунаҡтарға мәктәп музейына экскурсия ойошторолдо. Мәктәп музейы мөдире Лилиә Алмаз ҡыҙы ҡыҙыҡлы программа әҙерләгән ине.
          Байрамдың тантаналы өлөшө тантаналар залында дауам итте.
Байрам гимндан башланды, 9 а синыфы уҡыусыһы Валиуллин Тимур көслө тауышы менән Рәсәй Федерацияһының гимнын башҡарғандан һуң, Башҡортостан республикаһының гимнын йырланы, зал уға ихлас ҡушылды. Алып барыусылар Халыҡ-ара туған тел көнө ҡасандан һәм ни өсөн билдәләнгәнен һөйләп үттеләр. Дим Рәфҡәт улы Мужавиров етәкселегендәге “Ирәмәл” балалар ижады үҙәгендә тәрбиәләнеүсе ҡурайсылар, Уральск музыка мәктәбенең Альфида Әсғәт ҡыҙы Байтурина етәкслегендәге инструменталь ансамбль  тәрбиәләнеүселәре башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарҙылар.
          Уҡыусылар туған тел тураһында шиғырҙар, йырҙар башҡарҙылар. Туған тел һәм уҡытыусы-остаз темаһы көнүҙәк торҙо. Йыр, шиғыр менән алмашлап  уҡытыусылар тураһында проект эштәре менән уҡыусылар сығыш яһаны. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Байрамғол, Мәҫкәү, Озерный, Уральск мәктәптәре уҡытыусылар тураһында проект эштәре әҙерләгән ине.  Байрамдың беренсе өлөшөн сағыү сығыш менән Фәнис Кәримов етәкселегәндәге Өлгөлө “Ирәмәл”бейеү ансамбле тәрбиәләнеүселәре күп милләтле “Милләттәр дуҫлығы” бейеүе менән тамамланы, был бейеүҙе Фәнис Кәримов  ошо байрамға махсус  һалған ине.
Байрамдың икенсе өлөшөндә Уральск ҡасабаһының «Йәйғор» фольклор ансамбле вәкилдәре Ф. Солтанова, С. Гарипова, Н. Хакимова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейемен тегеү үҙенсәлектәре буйынса мастер-класс күрһәтте, сығыштарын бейеү һәм йыр менән биҙәне.
          Уральск урта мәктәбе уҡытыусылары инглиз теле уҡытыусыһы Зөлфиә Рөстәм ҡыҙы, ОБЖ уҡытыусыһы Рөстәм Рашит улы Фазлетдиновтар  уҡ атыу буйынса һәм боронғо башҡорт кейемдәре үҙенәлектәре буйынса мастер класс күрһәттеләр.
Байрамда тағы ла яңы ғына донъя күргән «Тел һағында тороусылар» китабын авторҙарының береһе Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Солтанова презентацияланы (авторҙары: Зилә Гизетдин ҡыҙы Шарафутдинова, Алик Һибәт улы Байгарин, Рәмилә Талғат ҡыҙы Солтанова).   Был китапта Учалы районының юғары наградаларға лайыҡ булған, күп йылдар балалар тәрбиәләү эшендә хеҙмәт иткән уҡытыусылар тураһында  яҙылған.
Байрам күмәкләп фото төшөү менән тамамланды.

Просмотров: 66 | Добавил: Алия1984 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Февраль 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728
Архив записей

Галлямов Г.В. © 2024
Бесплатный хостинг uCoz